Йәшел ҡалҡанды хәстәрләп. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яуаплы ведомство һәм муниципалитет етәкселәренә урман янғындарына юл ҡуймаҫҡа ҡушты.
Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә юл төҙөлөшө, баҫыу эштәре һәм коммуналь техника менән тәьминәт мәсьәләләре лә күтәрелде. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Башҡортостанда баҫыу эштәренең иң ҡыҙған мәле. Бөгөнгә өс миллион тоннанан ашыу иген культуралары йыйылған. Уңыш ҡеүәте гектарынан яҡынса утыҙ процент тәшкил иткән. Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Шул уҡ ваҡытта урманда янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы ведомство етәкселегенә иҫкәртеүҙәр яһалды. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, быйыл йәшел ҡалҡанда ут сығыу осраҡтары 48 тапҡырға кәмеһә лә, яуым-төшөмдәрҙең булмауы алдағы көндәр өсөн борсолоу уята.
Республика етәкселегенә яңы ғына ултыртылған ағастарҙың ҡороуы буйынса ла күпләп мөрәжәғәттәр килгән. Радий Хәбиров муниципалитет етәкселегенә был киҫкен мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Быйыл республика ҡаҙнаһынан коммуналь техника һатып алыуға миллиард ярым һум аҡса бүленгән. Ҡеүәтле машиналар район-ҡалаларға йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта муниципалитеттарға автопаркты нығытыуҙа үҙаллылыҡ күрһәтеү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.
Башҡортостандың юл фонды 43 миллиард һумға еткән. Быйыл дөйөм алғанда 75 саҡрым участкала төҙөлөш һәм реконструкция эштәре бара, 900 километр юл капиталь ремонтлана. Шулай уҡ күперҙәр ҙә техник яҡтан норматив хәлгә килтерелә. Радий Хәбиров төбәктә күләмле инфраструктура проекттары уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләп үтте. Өфөләге Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн генә алайыҡ, эштәр графиктан тиҙерәк бара
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров М-5 һәм М-7 трассаларын дүрт һыҙатлы категорияға еткереү, «Өфө-Ырымбур» трассаһын яҡтыртыу мәсьәләләрен дә күтәрҙе.
Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән ун юл участкаһы ла төҙөкләндерелә. Ремонтты сентябрь аҙағына тамамлау ҡаралған.
«Башҡорт ихаталары» программаһына килгәндә, ул киләһе йылда ла дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров күп ҡатлы йорттарҙа мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Әлегә пандус менән йылына ете пандус ҡына йыһазландырыла, был һанды арттырыу бурысы ҡуйылды.
Гөлназ Хәйбуллина




