Башҡорт батальондары Донбассҡа юлланды

Юлға сығыр алдынан хәрбиҙәр экологик өмә үткәреп, уларға ай дауамында ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт белдергән. Бер көн алдан батальондарҙа бригаданың хәрби байрағын тапшырыу тантанаһы үтте.

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә  Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең ысын патриоттар булыуын билдәләне һәм Хөкүмәт һәм кадр хеҙмәттәре алдында егеттәр махсус операциянан ҡайтҡас та уларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында уйланыу мөһимлеген билдәләне. 

Башҡорт батальоны булдырыу тәҡдиме менән быйыл майҙа Рәсәй Хәрби диңгеҙ флоты пехотаһы һәм спецназы сығыш яһағайны. Унда барырға теләүселәр күп булыуға бәйле, бер юлы ике хәрби подразделение булдырырға тура килде. Улар Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемдәрен йөрөтә.

Республика властары хәрбиҙәрҙе бар тейешле кәрәк-яраҡтар менән дә тәьмин итте. Әлеге ваҡытта юлда булған хәрбиҙәр үҙҙәре менән бер нисә кадр ебәреп, туғандарына сәләм тапшырған.

Фото №1 - Башҡорт батальондары Донбассҡа юлланды

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ