Республика район-ҡалаларында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләре үтә

Йылдағыса, педагогтар уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһай, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләй. Баймаҡ районында август кәңәшмәһе уңайынан Сәскә байрамы ла ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала. 

Райондың мәғәриф учереждениелары йыл да август кәңәшмәһе алдынан Сәскә байрамы үткәрә. Мәктәп, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре үҙ майҙансыҡтарында үҫтерелгән сәскәләр, емеш‐еләк, йәшелсәләр күргәҙмәһе менән сығыш яһай.

 Быйылғы Сәскә байрамы илдә иғлан ителгән «Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары» йылына арналды. Күргәҙмәнең һәр эше үҙенсәлекле итеп башҡарыла. Педагогтар бар фантазияһын, күңел йылыһын эшкә егә.

Ҡаланың 5-се мәктәбе янында урынлашҡан балалар баҡсаһы өсөнсө йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, бик бай күргәҙмә ойошторған. Был уларҙың тырыш һәм берҙәмлек өлгөһө, Кәңәшмәлә коллектив мәғариф бүлегенең маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Педагогтарҙың август кәңәшмәһе «Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы мәктәбе» проектын тормошҡа ашырыуҙа йәш быуынға белем биреүҙә һәм тәрбиәләүҙә берҙәм шарттар тыуҙырыу темаһына арналды. Конференцияның пленар өлөшөндә үткән йылға йомғаҡ яһалды , ҡаҙаныштар баһаланды,яңы уҡыу йылында хәл ителәсәк мәсьәләләр ҡаралды, маҡсаттар билдәләнде.

Яңы уҡыу йылында 705 бала тәүге тапҡыр парта артына ултырасаҡ. Район мәктәптәренә 8 йәш белгесте ҡайтҡан, әммә кадрҙар мәсьәләһе киҫкен ҡала. «Мәктәп системаһын яңыртыу» дәүләт программаһы сиктәрендә районда ике белем усағында күләмле ремонт башҡарыла, 8 мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре эшләп килә. Былар барыһы ла балаларҙың белем кимәлен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай.

Фото №1 - Республика район-ҡалаларында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләре үтә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ