Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, ойошма Рәсәй кимәлендә вертолеттар эшләүҙә мөһим роль уйнай. Юбилей уңайынан ҡаланың Күмерселәр һарайында тантаналы сара ойошторолдо.
Байрамда юғары һөҙөмтәләр күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә илдең сәнәғәт Министрлығы почет грамоталары тапшырылды. Сарала ойошма ветерандары ла ҡатнашты. Байрам Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында дауам итте. Саф һауала байрамда ҡатнашыусылар төрлө уйындарҙа ҡатнашып, күңел асты.
Рәзилә Ғиниәтуллина




