Достоевский урамындағы 49-сы йортта балетмейстер, хореограф хөрмәтенә мемориаль таҡта асылды.
Сарала сәхнә оҫтаһының яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары ҡатнашты. Шамил Тереғолов республика балет сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Ул оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе булып эшләп, тиҫтәләп балет сәхнәләштергән.
Уның уҡыусылары Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылған артистар булып, үҙ һөнәрендә уңышҡа өлгәшкән. Шамил Тереғолов Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусы булып тора.
Флорида Ким




