Иглин районы Келәш ауылында мәсет асылды

Финанс ҡатмарлыҡтарға бәйле ун йыл элек туҡтап ҡалған төҙөлөштөң файҙаланыуға тапшырылыуын ауыл халҡы көтөп алған. Бөгөндән изге бина 1932 йылда ябылғандан иман йортоноң бурыс-маҡсаттарын атҡара.

Сарала Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да ҡатнашыуы байрамға ҙур тантана өҫтәне.

Сарала ҡатнашыусылар изге теләктәрен еткереп, иман йортона бүләк тапшырҙы. Мәсет Келәш ауылында тыуып үҫкән Мәсғүт Зөрәпов тәҡдиме буйынса, уртаҡ көс менән төҙөлдө. Иглин районында һуңғы йылдарҙа 21 мәсет асылды. Сираттағы иман йорто сентябрҙә Яңы Ҡобау ауылында сафҡа индерелер тип көтөлә.

Фото №1 - Иглин районы Келәш ауылында мәсет асылды

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ