Кәңәшмә яуаплы министрлыҡ һәм ведомстволар, вуз ректорҙары, фәнни йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында уҙҙы.
Көн тәртибендә йәш ғалимдарға ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу, төбәк юғары уҡыу йорттарының «Өҫтөнлөк-2030» стратегик академик лидерлыҡ федераль программаһында ҡатнашыу буйынса юл картаһын үтәү мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдереүенсә, университеттарҙың йәш ғалимдарына грант тураһындағы ҡарарҙың проекты әҙерләнгән. 1 октябргә тиклем документ барлыҡ килешеүҙәрҙе үтәсәк. Дәүләт ярҙамы сығымдарын юғары уҡыу йорттары конкурс нигеҙендә йыл аҙағына тиклем аласаҡ.







