Өфөлә «Һөт иле» ғаилә фестивале уҙҙы

Башҡортостан – һөтлө ил. Һөт һәм һөт ризыҡтарын етештереүсерҙе берләштергән сараға 60 мең стакан, йәғни 12 тоннанан ашыу һөт килтерелгәйне. Фестивалдә Республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Сараның төп геройҙары баш ҡаланың үҙәк майҙанында. Өфө халҡы көн һайын һыйыр күреп өйрәнмәгән, ләкин бөгөн улар ауыл тормошон үҙ күҙҙәре менән күрә. Бында һөт биреүсе хайуандарҙың Бесстужев, сементаль һәм голштин тоҡомдары бар. Улар иң һөтлө тоҡомдар һанала. Хужалар хайуандарға сәскәле эшләпә кейҙереп, үҙенсәлекле итеп биҙәп тә ҡуйған.

Ысынлап та, мал аҙығы һөт етештереүҙә төп факторҙарҙың береһе. Былтырғы күрһәткестәрҙән айырмалы, быйыл ул һутлы, сифаты ла яҡшы. Республиканың ауыл хужалығы министрлығы һөт етештереү тармағын индустриялаштырырға, йәғни төп баҫымды эре ойошмаларға яһарға иҫәп тота.

Байрамда ҡатнашыусыларға бушлай һөт тәҡдим ителде. Теләге булған һәр кем республикала етештерелгән продукцияны тәмләп ҡарай алды. Байрамдың был йолаһынан Радий Хәбиров та баш тартманы.

Рәсми ҡунаҡтарҙы республика биләмәһендә йәшәгән төрлө милләт халыҡтары байрам майҙанында ҡорған ихаталарында икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы. Украина диаспораһы менән әңгәмәһендә Радий Хәбиров төбәктә йәшәүсе украина халҡы вәкилдәренә күрһәтелгән ярҙам сараларына туҡталды. Атап әйткәндә, һүҙ тарихи-мәҙәни үҙәктәр булдырыу, грант ярҙамы күрһәтеү тураһында барҙы. Төбәк башлығы һөт етештереүселәрҙе лә урап үтмәне.

Традицион рәүештә, майҙанда һөт продукцияһы йәрминкәһе лә эшләне. Һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, сыр, туңдырма... йәнең теләгәне. Фестивалдә ҡатнашыусылар сифатлы продукция менән һыйланды, һатып та алды.

Фестивалдең пленар өлөшө «Торатау» Конгресс-холында уҙҙы. Бында дәүләт эшмәкәрҙәре һөт етештереүселәр менән берлектә тармаҡтың төп мәсьәләләрен барланы. Ә халыҡ өсөн күңелле аттракциондар, фудкорт, сәй баҙары һәм башҡа күп майҙансыҡтар ҙа ойошторолғайны. Фестивалде концерт программаһы биҙәне

«Һөт иле» фестивале, пандемия сәбәпле, һуңғы ике йыл үткәрелмәй тороп, быйыл унынсы тапҡыр ойошторолдо.

Фото №1 - Өфөлә «Һөт иле»  ғаилә фестивале уҙҙы

Рәзилә Ғиниәтуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ