Республикала 6 мәктәптә ремонтты ваҡытында тамамлап өлгөрмәйҙәр

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаровтың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән осрашыуында әйтелеүенсә, быйыл капиталь ремонт программаһы буйынса 63 мәктәп төҙөкләндерелә. 40 белем биреү усағында ремонт ваҡытында тамамланды, 8 мәктәп сентябрь башында файҙаланыуға тапшырыла. Айбулат Хажин әйтеүенсә, 6 объектта ремонт оҙаҡҡа һуҙылды, әммә уҡыусылар өсөн белем биреү һәм туҡланыу тейешенсә ойошторола.

Республикала 6 мәктәптә ремонтты ваҡытында тамамлап өлгөрмәйҙәр
Фото №1 - Республикала 6 мәктәптә ремонтты ваҡытында тамамлап өлгөрмәйҙәр
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ