Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев шул турала белдерҙе. Быйыл юл фонды 43,5 миллиард ярым һумға баһалана. Федераль үҙәктән аҡса бүленгән. Республикала ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлы быйыл һалынып бөтә. Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырыла.




