Өфөлә элекке “А-Кафе” бинаһы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлөшө мәсьәләһе судта хәл ителә. Баш ҡала хакимиәтенән шулай тип хәбәр итәләр. 2019 йылда ресторан урынында күп ҡатлы йорт төҙөргә рөхсәт ителгәйне. Әммә мэрия был ҡарарға ҡаршы сыҡты. Биләмә янында йәшәгән халыҡ та риза булманы. Шуға торлаҡ комплексын төҙөү билдәһеҙ ваҡытҡа туҡталды. Мәсьәлә октябрҙә Республика Арбитраж судында ҡарала.








