Мәсьәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры үткәргән кәңәшмәлә тикшерелде.
Әлеге ваҡытта республикала был диагноздан мең ярымдан ашыу бала яфалана. Уларҙың алты йөҙҙән ашыуына даими рәүештә ҡан составындағы шәкәр кимәлен тикшереп торорға кәрәк.
Тик был медицина изделиелары социаль хеҙмәтләндереү тупланмаһына ҡараған рецепт дарыуҙарына инмәй. Ошоға бәйле, Хөкүмәттә бындай балаларға глюкозаға өҙлөкһөҙ мониторинг системаһын тәьмин итеүгә 100 миллион һум күләмендә өҫтәмә аҡса бүлергә ҡарар ителде.
Әйткәндәй, был ҡарар проектын раҫлау башҡа медицина изделиеларына ихтыяжды 10-15 процентҡа кәметеү мөмкинлеге бирә. Хөкүмәт ултырышында шулай уҡ төбәктә 2030 йылға тиклем өҫтәмә белем тармағын үҫтереү концепцияһы ла тикшерелде.
Ултырышта шулай уҡ республика экспортерҙары һәм импортерҙары өсөн яңы ярҙам саралары ла ҡаралды. Һиҙелерлек тышҡы баҫымға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда экспорт эшмәкәрлеге үҫешә. Йылдың тәүге яртыһында был күрһәткес 25 процентҡа артҡан.
Андрей Назаров әйтеүенсә, әле экспортты дуҫ илдәргә диверсификациялау көнүҙәк мәсьәлә. Бынан тыш, импорт сеймалы һәм ҡорамалдар булмаған шарттарҙа производство эшмәкәрлеген ойоштороу, продукция сифатын уны алыусы илдәр талаптарына ярашлы даими яҡшыртыу ҙа көн тәртибендә ҡала.




