Баш ҡала уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре август кәңәшмәһендә яңы уҡыу йылына эш стратегияһын барланы.
Өфөнөң тиҫтәләгән мәғариф хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы юғары дәүләт наградалары, Башҡортостн Хөкүмәтенең һәм баш ҡала хакимәтенең Рәхмәт хаттары, «Мәғариф алдынғыһы» билдәләре менән баһаланды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Ике аҙналыҡ стратегик сессиялар тамам. Уларҙа Баш ҡала мәктәптәрендә белем биреү сифаты баһаланды. «Торатау» конгресс-холында мәғариф өлкәһенә арналған федераль һәм төбәк спикерҙары ҡатнашлығындағы әңгәмәләр барышын 700-ҙән ашыу белгес тыңланы.
Август кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев та тәбрикләне. Өфө уҡытыусылары алдында мөһим мәсьәлә уҡыусыларҙы олимпиада хәрәкәтенә йәлеп итеү, Рәсәй кимәлендә үҫтереүсе проекттарға сығарыу бурысы тора.
Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе 2021 йылда пилот проект булараҡ Рәсәйҙең 10 төбәгендә индерелгән. Яңы уҡыу йылынан был тәжрибә 35 төбәктә, шул иҫәптән Өфөнөң бөтә мәктәптәрендә лә директор кәңәшселәре эшләйәсәк. Линейкаларҙа Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреү, кесе мәктәп йәшенән дөрөҫ һөнәри йүнәлеш биреү, Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары, юнармия хәрәкәтендә ҡатнашыу
Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев Өфө мәғариф хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп, юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ҙур белемгә нигеҙ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында һалына. Балаларҙы республика конкурстарына йәлеп итеү, ижади фекерҙәрен үҫтереү баш ҡала мәктәптәренә белемгә ынтылыусы быуын үҫтерергә булышлыҡ итә.
Ил Президенты Владимир Путин 2024 йылға Рәсәйҙә белем биреү сифатын күтәреү буйынса донъяның иң көслө 10 ил исемлегенә индереү бурысын ҡуйҙы. Беҙҙең республикала иһә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса белем сифатын күтәреү, патриотик тәрбиәне юғары кимәлдә алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыла. Бөгөн дәүләт кимәлендә юғары баһа алған педагогтар илебеҙ балаларын белемле һәм рухлы итергә артабан да тырышып эшләргә һүҙ бирҙе.
Гүзәл Борханова




