Тантана Рәсәй ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан үткәрелде. 1959 йылда төҙөлгән бина иҫкергән булған. Ремонттан һуң, хайуандарҙы дауалау учреждениеһы заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырылған.
Бында хайуандарҙың һаулығын тикшертеп, процедуралар үткәрергә лә мөмкин. Бинала хатта дауахана һәм зоомагазин да бар. Яңы ветеринар клиника Шаҡша биҫтәһен һәм күрше ауылдарҙы хеҙмәтләндерәсәк.
Ветеринар клиника йыл дауамында ҡотороу ауырыуын иҫкәртеү маҡсатында вакцинация үткәрәсәк. Был хеҙмәт бушлай тәҡдим ителә. Йорт һәм ауыл хужалығы хайуандарына йыл һайын вакцина ҡуйҙырыу мотлаҡ.
Быйыл республикала ҡоторған хайуандар менән бәйле 6 осраҡ теркәлгән. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында белгестәр клиникаға барыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәңәш итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина







