Сара тарихсы ғалим Әнүәр Әсфәндиәров иҫтәлегенә арналды.
Фәнни әсбап республиканың крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте башланғысы менән төбәк башлығы гранты ярҙамында нәшер ителгән. Энциклопедияның электрон версияһы ла бар. Бында республика ауыл атамалары системалаштырылған. Фотоһүрәттәр менән байытылған йыйынтыҡҡа юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың атамалары ла ингән.
Энциклопедияны туплауҙа төрлө район хакимиәттәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарих уҡытыусылары ҡатнашҡан. Улар тарихи, яңы фотоһүрәттәр һәм мәғлүмәт йыйыуҙа ярҙам күрһәткән.
Рәзилә Ғиниәтуллина




