Башҡортостанда балаларға өҫтәмә белем биреү концепцияһы раҫланды

Документ Хөкүмәт ултырышында ҡаралды. Концепция 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул ике өлөшкә бүленгән. Республикала “Мәғариф” милли проектына ярашлы “Һәр баланың уңышы” тигән программа тормошҡа ашырыла. Бының өсөн өс йылда 2 миллиард һум бүленә. Башҡортостанда өҫтәмә белем биреү өлкәһендә мәҙәниәт һәм физкультура йүнәлештәрендә 200-ҙән ашыу ойошма эшләп килә. Уларҙа 560 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Бынан тыш, мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн өҫтәмә белем алыуға шарттар булдырыла.

Фото №1 - Башҡортостанда балаларға өҫтәмә белем биреү концепцияһы раҫланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ