“Беҙҙең мәктәп яңыртылды!" Көйөргәҙе районы Керәүле-Илюшкин ауылы халҡы шулай тип ҡыуана. Үткән быуатта һалынған мәктәп бинаһына капиталь ремонт яһалды. Педагогтар һәм уҡыусылар 1 сентябрҙе яңы яҡты бүлмәләрҙә ҡаршылай. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов һөйләй.
Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа 2026 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла. Республикала 365 мәктәпте төҙөкләндереү ҡарала.







