Ошо маҡсатта 7 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса сарыф ителәсәк. Сығымдарҙың бер өлөшө федераль бюджеттан йәлеп ителгән.
Өфө-Бөрө-Яңауыл юл участкаһында ла ремонт эштәре йылдам бара. Әлеге ваҡытта юл хеҙмәткәрҙәре ер ҡатламын тигеҙләү менән мәшғүл. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Ҡасандыр атаһы һалған торбаны бөгөн улы алмаштыра. 1963 йылда уҡ һалынған элекке һыу үткәргес серегән булған. Участка етәксеһе ул саҡтағы эш барышын яҡшы хәтерләй. Әммә бөгөн техника ла ҡеүәтлерәк, мөмкинлектәр ҙә киңерәк. Элек ике йылға һуҙылған эш бөгөн бер нисә айҙа тамамланған.
Һыу үткәргес торбаны алмаштырыу – юл участкаһында ремонт эштәренең бер өлөшө. Яңы торба бер быуатҡа иҫәпләнгән. Тик юлдарҙа машиналар артыуы уның файҙаланыу ваҡытын кәметә. Әлеге ваҡытта юлсылар урынға тупраҡ ташып, юл ҡатламын тигеҙләй.
Ауыл эшселәренән айырмалы, юл хеҙмәткәрҙәре ямғырҙарҙы ҡаза кеүек ҡабул итә. Ер ҡатламы ҡоро булһа, буласаҡ юлдар ҙа сифатлы һалынасаҡ. Төҙөлөш тә графикҡа ярашлы алып барыла.
Ер тигеҙләнгәс, бында асфальт һалынасаҡ. Юлдың киңлеге 10 метрға тиклем артыр, тип күҙаллана. Планға ярашлы, эш сентябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Йәмғеһе проектҡа 32 миллион һум аҡса бүленгән.
Төҙөлөш ваҡытына машиналар ағымы яҡындағы урау юлға күсерелгән. Ике һыҙатлы юл бер ай эсендә һалынған. Уның оҙонлоғо яҡынса 220 метр. Төҙөлөш эштәре тамамланғас, юл киренән һүтеләсәк.
Юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, эшселәр юл буйына оҙонлоғо 4 метрға еткән ағастар ултыртасаҡ. Йәшел ҡалҡан ауылда йәшәүселәрҙе тауыштан һәм туҙандан һаҡлаясаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина







