Рәсәйҙә ҡабул ителгән мәктәп биналарына капиталь ремонт яһау буйынса федераль программаға ярашлы, Башҡортостанда ике йыл эсендә 197 мәктәптә ремонт үткәреү ҡарала.
Киләһе йыл быйылғы 63 мәктәпкә өҫтәп тағы ла 117, 2022-2023 йылдарҙа ике йыллыҡ цикл буйынса 17 белем усағын яңыртыу көтөлә. Элегерәк республика мәктәптәрҙе төҙөкләндереүгә йылына 600 миллион һумдан артыҡ аҡса бүлә алмаһа, әле был маҡсатта федераль бюджеттан 9 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән.
Шулай уҡ төбәк Мәғариф һәм фән министрлығы 2024-2025 йылдарҙа 186 мәктәпте ремонтлау һәм йыһазландыыруға 15 миллиард һумға заявка биргән.
Әйткәндәй, Луганск халыҡ республикаһы Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп уҡыусылары ла 1 сентябрҙе яңыртылған белем усағында ҡаршылай.
Әле объектта Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан Донбассҡа хеҙмәт вахтаһына килгән төҙөүселәр эшләй. Уларҙың көсө менән 1934 йылдан бирле ремонт күрмәгән мәктәп тулыһынса яңырған. Капиталь ремонттан тыш белем усағы заман талаптары буйынса йыһазландырыла. Башҡортостан ярҙамы менән бөтәһе 396 бала уҡыу йылын заманса белем усағында башлай.
Гөлдәриә Йосопова




