Иртәгә Президент гранттары конкурсына коммерция булмаған ойошмаларҙан проекттар ҡабул ителә башлай

Конкурс һөҙөмтәләре 20 ғинуарға тиклем билдәле буласаҡ. Уңышлы тип танылған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға сығымдар 1 февралдән бүленә.

Республика йыл һайын Президент гранттары фонды конкурстарында ҡатнашыусылар һәм йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса лидер төбәктәр исемлегендә. Башҡортостан йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл социаль хеҙмәтләндереү, сәләмәт тормош пропагандаһы, тарихи хәтер, мәғариф, фән, спорт өлкәләренә ҡағылышлы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса проекттар тәҡдим итергә мөмкин.

Президент гранттары фонды конкурстарында ҡатнашып, үҙҙәрен сифатлы кимәлдә күрһәткән коммерция булмаған ойошмалар ҙур эш тәжрибәһе ала, командаһын көсәйтә. Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеү башҡа грант конкурстарында юғары балдар алыуға мөмкинлек бирә.

 Әйткәндәй, 2020 йылдан Башҡортостанда граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ла уңышлы эшләп килә. Үҙәк белгестәре төбәк кимәлендәге грант конкурстарында еңеүселәрҙе федераль кимәлгә сығырға саҡыра.

Фото №1 - Иртәгә Президент гранттары конкурсына коммерция булмаған ойошмаларҙан проекттар ҡабул ителә башлай

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ