Ул ауылдың 280 йыллығына арнала.
Проект урындағы йәшәүселәр һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ауыл уртаһында, мәсет янындағы биләмә төҙөкләндерелә.
Идея Ҡалмашта тыуып үҫеп Өфөлә күп йылдар төҙөүсе булып эшләгән Рузил Ибраһимов башланғысы менән тормошҡа ашырыла. 85 йәшлек уҙаман ун йыл элек дин юлына баҫҡан һәм ата- бабалары аманаты буйынса ауылда иман йорто булдырыу өсөн тырышҡан.
Күмәк көс менән мәсет һалынған. Уның алдындағы майҙанда обелиск төҙөлгән, мәҙәни саралар үткәреү өсөн урын, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, фонтан буласаҡ, көҙ ағастар ултыртыла.
Рузил Рәхимйән улы баш ҡалала йәшәүенә ҡарамаҫтан, тамырҙарын онотмай ауылды тергеҙеү өсөн көс һала, юл булдырыуҙа ла ҡатнашҡан. Уның етәкселегендә өлкәндәр төрлө саралар ойоштора. Ауылдағы шишмә төҙөкләндерелгән, иҫке бураһы һүтеп алынған, бетон ҡулсалар ҡуйылған. Элек халыҡ ошо инештән һыу эскән. Хәҙер һәр кемдең өйөндә ҡоҙоҡ булһа ла, күптәр саф һыулы шишмә һыуына өҫтөнлөк бирә.
Рәмилә Исмәғилева







