Килешеү ике республика араһында тәжрибә менән уртаҡлашырға, медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын камиллаштырырға мөмкинлек бирә.
Видеобәйләнеш аша аралашып ғалимдар, табиптар һәм медицина өлкәһендә эшләгән башҡа хеҙмәткәрҙәр уртаҡ маҡсаттар билдәләне. Киләсәктә Башҡортостан һәм Белоруссия табиптары өсөн семинарҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар, күргәҙмәләр уҙғарыу, белгестәр менән алмашыу көтөлә.
Флорида Ким




