Белем көнөнә күләмле яңырыу...

Хәйбулла районының Маҡан ауылы мәктәбе капиталь ремонттан һуң балаларҙы ҡабул итергә әҙер. 110 уҡыусы заманса шарттарҙа белем аласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөкләндереү эштәренә дәүләт программаһы буйынса федераль ҡаҙнанан 40 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгәйне. 1961 йылғы бинала эске һәм тышҡы биҙәкләү эштәре башҡарыла, иҙән, тәҙрәләр, электр менән тәьминәт, елләтеү системалары яңыртыла.

Шулай уҡ бүленгән финанс сараларға парта, ултырғыстар, компьютерҙар, проектор, спорт кәрәк-яраҡтары һатып алынған. Уҡытыу процессы өсөн уңайлы шарттар булдырыла. 

Фото №1 - Белем көнөнә күләмле яңырыу...

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ