Бөгөн илдә Белем көнө. Рәсәйҙә 17 миллион ярым бала өсөн яңы уҡыу йылы башланды. Башҡортостанда ярты миллион самаһы бала мәктәпкә барҙы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уларҙы байрам менән ҡотланы. Уҡыу йылының уңышлы булыуын теләне.
Бөгөн Радий Хәбиров Өфөләге 40-сы белем биреү үҙәгендә булды. Мәктәпкә Рәсәй Геройы, Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған өлкән лейтенант Максим Серафимов исеме бирелде, батырға таҡтаташ асылды.







