Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, бөгөн ул тейешле указға ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, быйыл юғары уҡыу йорттарына талантлы йәштәрҙе дәртләндереү өсөн 200 миллион һум бүленә. Был аҡсаға егеттәр һәм ҡыҙҙарға фатир һатып алына, шулай уҡ Рәсәй ҡалалары һәм сит илдә тәжрибә туплау мөмкинлеге була. Буласаҡ Королев һәм Курчатовтар уңайлы һәм лайыҡлы шарттарҙа йәшәргә тейеш, тип яҙа Радий Хәбиров.







