Бөгөн, Белем көнөндә Әбйәлил районында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың исеме мәңгеләштерелде

  Асҡар ауылында Советтар Союзы  Геройы  Таһир  Кусимов  исемен йөрөткән  гимназия  бинаһына  мемориаль таҡтаташ беркетелде.  Бөгөн гимназияла  Республика Башлығы Радий  Хәбиров булды.  - Тамерландың командирҙары  менән һөйләштем. Уларҙың барыһы  ла  уның ныҡ батыр булыуы  тураһында  әйтте.  Тамерлан Илһамов, уның батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлаясаҡбыҙ. Тыуған ил һағында  булғандар һәм  булыусыларға мәңгелек дан, - тине  Радий  Хәбиров.  Республика башлығы  хәрбиҙең туғандары һәм  яҡындарына  һәр яҡлап  ярҙам вәғәҙәләне.

Фото №1 - Бөгөн, Белем көнөндә  Әбйәлил районында Рәсәй  Геройы  Тамерлан Илһамовтың исеме  мәңгеләштерелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ