Республика мәғариф учреждениеларында Белем көнө дәүләт флагтарын күтәреүҙән башланды

Өфөнөң 130-сы мәктәбендә лә яңы уҡыу йылы башланыуға арналған тантаналы линейка ойошторолдо. Белем усағының йыр-бейеү коллективтары тарафынан концерт ҡуйылды.

Сара сиктәрендә Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Дмитрий Платонов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Үлгәндән һуң «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән билдәләнгән яҡташыбыҙҙың исемен хәҙер диңгеҙ пехотаһы кадет классы ла йөрөтә.

Белем көнөндә Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында Шайморатовсылар класы асылды. Балалар тантаналы шарттарҙа легендар генерал исемен намыҫ менән йөрөтөргә, тыуған яғының лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булырға, Ватан алдындағы бурысты үтәргә һәм «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй» девизына тоғро ҡалырға ант бирҙе.

Фото №1 - Республика мәғариф учреждениеларында Белем көнө дәүләт флагтарын күтәреүҙән башланды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ