Беренсе класҡа барған балаларҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Мерәҫ ауылынан Әлфирә Вәлиева быйыл ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбенә беренсе класына уҡырға барҙы. Белем көнөн класташтары менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алған ҡыҙсыҡ. Әлфирә әле үк ҡушып уҡый, иҫәпләй бел. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын ул ата-әсәһе менән үҙе һайлап алды, башҡорт класында уҡыясаҡ.
Ҡаланың өсөнсө һанлы мәктәбе Белем көнөн тулыһынса яңыртылған шарттарҙа ҡаршы алды. Бинала йәй дауамында федераль программа сиктәрендә күләмле ремонт эштәре башҡарылды. Төҙөкләндереү һуңғы көнгә тиклем дауам итте.
Белем усағын яңы уҡыу йылына өлгөртөү өсөн төҙөүселәрҙән тыш мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ата‐әсәләр ҙә күп көс һалды. Шулай итеп, тырышлыҡ бушҡа китмәне. Уҡыусылар 1 сентябрҙе үҙ мәктәптәрендә ҡаршы алды.
Мәктәп системаһын яңыртыу – уҡыусыларға уңайлы шарттарҙа сифатлы белем биреүгә йүнәлтелгән. Үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләгән мәлдә белем усағы өсөн реконструкция ҙур бүләк.




