Аҙ тәьмин ителгән граждандар социаль контракт нигеҙендә эшкә урынлаша ала

Өфө мәшғүллек үҙәге Калинин районы буйынса филиалында социаль контракт нигеҙендә эш эҙләүселәргә 4 ай дауамында матди ярҙам да күрһәтелә. «Эш эҙләү» сараһының аҙ тәьмин ителгән граждандарға әһәмиәте хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Нина Лопатина Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан Мирауай суд участкаларының береһендә эшләгән. Ике баланы яңғыҙы тәрбиәләүсе әсәнең эш хаҡы минималь эш хаҡынан күпкә түбән булған.

Аҡса етмәүе Нина Валерьевнаны эшенән ғариза яҙып китергә мәжбүр итә. Ҡатын үҙе йәшәгән районда урынлашҡан мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. «Эш эҙләү» системаһы ярҙамында йәш әсә ике айҙан һуң эшле була.

Мәшғүллек үҙәгендә минең менән социаль контракт төҙөнөләр. Элеккегә ҡарағанда, күпкә юғары хеҙмәт хаҡы булған медицина учреждениеһында эш тәҡдим иттеләр. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль контракт тәҡдим итеүҙәре бик яҡшы. Миңә хатта эш хаҡыма өҫтәп 4 ай дауамында 13200 һум күләмендә матди ярҙам күрһәттеләр.

Нина Лопатина, социаль контракт нигеҙендә эшкә урынлашыусы, Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһының канцелярия мөдире

Нина Валерьевна тиҙ генә коллективҡа инеп киткән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен эшһөйәр, пунктуаль хеҙмәткәр итеп күрһәткән.

Лира Лобастова өс йыл никах теркәү йортонда архивта эшләгән. Килешеү мөҙҙәте тамамланғандан һуң эшһеҙ ҡалған. Ике йыл дауамында эш эҙләгәндән һуң мәшғүллек үҙәге ярҙамы менән социаль контракт төҙөгән. Уға ике ай эсендә эш тәҡдим иткәндәр. Июль башынан ул Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһында администратор вазифаһында.

Быйыл 1 июлдән эшкә урынлаштым. Әлегә тәүге хеҙмәт хаҡым килмәһә лә, килешеү нигеҙендә социаль түләүҙәр алдым. Минең бурыс – балалар дауаханаһына мөрәжәғәт итеүселәрҙе тейешле белгестәргә йүнәлтеү. Тәртип һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, һәр кемгә матур һәм яғымлы итеп аңлатмалар биреү

Лира Лобастова, социаль контракт нигеҙендә эшкә урынлашыусы, Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһы администраторы

Адреслы социаль ярҙам аҙ тәьмин ителгән граждандарға республика ҡаҙнаһынан мәшғүллек үҙәктәре аша граждан менән килешеү нигеҙендә түләнә.

«Эш эҙләү» буйынса социаль контракт матди ярҙам менән эш эҙләүсе граждандарҙы яҡлауҙың бер төрө. Уның өсөн граждан аҙ тәьмин ителгән булып танылырға тейеш. Матди ярҙам күләме 13200 һум тәшкил итә. Социаль ярҙам республикала 2020 йылдан күрһәтелә. Бынан тыш, яңы һөнәр һәм үҙ эшеңдн асыуға ла матди ярҙам алырға мөмкин.

Игорь Вязов, Өфө ҡалаһы мәшғүллек үҙәгенең Калинин районы филиалы директоры
Выборы 2026

Мәшғүллек үҙәктәренең «Эш эҙләү» системаһы күптән үҙен аҡлаған. Был хеҙмәт ярҙамында аҙ тәьмин ителгән граждандар бер-нисә ай эсендә лайыҡлы эш хаҡы булған ойошмаларға эшкә урынлаша һәм 4 ай дауамында адреслы социаль ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә була.

Фото №1 - Аҙ тәьмин ителгән граждандар социаль контракт нигеҙендә эшкә урынлаша ала

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ