Киләһе йылдарҙа республикала 398 белем усағы төҙөкләндереләсәк

2026 йылға тиклем Мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһы нигеҙендә республикала кәмендә 398 белем усағын төҙөкләндереү планлаштырылған. 

Уның сиктәрендә биналар ремонтлана, заманса уҡытыу ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Тәүгеләрҙән булып программаға инеп, яңыртылған мәктәптәр тураһында киләһе яҙма.

Быйыл Нефтекама ҡалаһының 9-сы мәктәбе ойошторолоуға 45 йыл. Юбилей датаһына бүләк – белем усағында ил президенты иғлан иткән «Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау» федераль прораммаһы сиктәрендә капиталь ремонт тамамланған.

Төҙөүселәр барлыҡ эштәрҙе графикҡа ярашлы башҡарып, объектты ваҡытында – 1 сентябргә тиклем тапшырған. Белем көнөнә арналған тантана заманса төҫ алған учреждение эргәһендә үтте.

Ҡалтасы ауылының 2-се мәктәбе лә федераль программа ҡатнашыусыһы булған. 1961 йылғы бинала капиталь ремонт 1 майҙа старт алып, дүрт айҙа тамамланған. Эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған, заманса ҡорамалдар, мебель һатып алынған. Шулай уҡ инженер селтәрҙәр яңыртылған. Өс йөҙҙән ашыу бала хәҙер уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа уҡыясаҡ.

Салауат ҡалаһының мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәбе лә заманса төҫ алған. Төҙөкләндереү эштәренә утыҙ миллион һум йүнәлтелгәйне. Бүленгән аҡсаға бинаның ҡыйғы, йылытыу һәм электр менән тьәминәт системаһы, матди-техник база яңыртылған. Тиҙҙән биләмәлә яңы балалар уйын майҙансығы ла барлыҡҡа киләсәк. Белем көнөндә мәғариф учреждениеһы 200 баланы ҡабул итте.

Күмертауҙағы Республика политехник лицей-интернатында тамамланған капиталь ремонт эштәре лә юғары кимәлдә башҡарылған. Белем көнөнә арналған тантаналы линейка – педагогик коллектив менән балалар өсөн икеләтә ҡыуаныслы ваҡиғаға әйләнде. 1970 йылғы бина танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Күләмле яңырыуҙан һуң лицейҙа уҡырға теләүселәр һаны артыр, тигән ышаныста уҡыу йорто етәкселеге.

Быйыл Өфөләге 30-сы коррекция мәктәп-интернаты «Заманса мәктәп» федераль проектында ҡатнашып, яҡынса 8 миллион һумға матди-техник базаһын нығытты. Алты кабинетҡа заманса мультимедия ҡорамалдары, мебель һатып алынған.

Яңыртылған белем усағында Каринэ Хәбирова ла булды. Ул 1 сентябргә арналған тантаналы линейкала ҡатнашып, яңы уҡыу йылында уҡытыусыларға ижади илһам, балаларға уңыштар, ата-әсәләргә көс һәм түҙемлек теләне.

Фото №1 - Киләһе йылдарҙа республикала 398 белем усағы төҙөкләндереләсәк

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ