«Родина» кинотеатрында етем ҡалған, опекун ғаиләләләре һәм интернат учреждениелары тәрбиәләнеүселәрен тәбрикләнеләр.
Был малай-ҡыҙҙар быйыл беренсе класҡа уҡырға барған. Уларға мәктәп кәрәк-яраҡтары, донъяны танып белеү предметтары тапшырылды. Бүләктәр йомарт бағыусыларҙан. Артем Сукретныйҙы өләсәһе яңғыҙы тәрбиәләй.
Луганск халыҡ республикаһынан Баортошҡстанға күсеп килгән малай быйыл Өфөнөң 14-се мәктәбенә 1-с екласҡа уҡырға барған. Артем бүләктәргә ихлас ҡыуанды. Айырыуса тәү тапҡыр ҡулына алған глобусты әйләндереп ҡараны.
«Беренсе класҡа – беренсе тапҡыр!» хәйриә акцияһына саҡырылған балалар анаматорҙар ойошторған күңелле уйындарҙа ҡатнашты. Сара һуңында малай-ҡыҙҙар киң экранда турбозаврҙар хаҡында мульфильм ҡарап ҡыуанды.
Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында ойошторолған мәктәптә иһә балалар госпиталь шарттарында белем ала. Был пациенттар онкологик сирҙәргә бирешергә теләмәй. Белем көнө уңайынан тапшырылған матур бүләктәр, уҡыу кәрәк-яраҡтары, үҫтереүсе уйындар өсөн улар ихлас ҡыуанды.
Былтыр августа старт алған «Уҡыйбыҙ, беләбеҙ» проекты Башҡортостан Башлығы грантына граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды ярҙамы менән айырыуса уңышлы эшләй. Бер йыл эсендә мәктәп оҫта педагогтар менән бәләкәй пациенттарға ышаныс һәм шатлыҡ өләшеүсе үҙәккә әүерелгән.
Гүзәл Борханова




