Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан белдереүҙәренсә, күпселек райондарҙа юғары янғын хәүефе һаҡлана. Шуға халыҡҡа урманға инеү сикләнә. Ведомство етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов һөйләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яуаплы ведомстволар һәм район етәкселәренә урман янғындарын булдырмау бурысын ҡуйҙы.







