Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, әле 123 меңгә яҡын бәләкәй һәм урта бизнес вәкиле теркәлгән. Был күрһәткес былтырғы осор менән сағыштырғанда, 2 мең ярымға күберәк.- Хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади шарттар һәм санкцион баҫымға ҡарамаҫтан, республикала йыл башынан 16 меңдән ашыу яңы ойошма барлыҡҡа килде. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар берҙәм реестрына ингән бизнес вәкилдәре дәүләт яғынан ярҙамға иҫәп тота ала, - тип белдерҙе премьер-министр Андрей Назаров.




