«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһын финанслау күләме ике тапҡырға артасаҡ

Был турала Радий Хәбиров Өфөлә яңы туристик-мәғлүмәт үҙәген асыу тантанаһында хәбәр итте. Төбәк етәксеһе сервис хеҙмәте менән танышып, тармаҡ вәкилдәре менән республикала туризмды үҫтереү мөмкинлектәре тураһында эшлекле һөйләшеү уҙғарҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Өфөләге «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексы эргәһендә туристар йорто барлыҡҡа килде. Мәғлүмәт үҙәгенә килеп, Башҡортостандың тәбиғәте, иҫтәлекле урындары, ҡыҙыҡлы маршруттар, ҡунаҡхана һәм туҡланыу объекттары тураһында белешмә алырға мөмкин. Бындай комплекстарҙың тәүмаҡсаты - республикаға килгән туристарҙы лайыҡлы ҡаршы алып, уларҙың ялын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү.

Үҙәк белгестәре баш ҡаланың һәм республиканың туристик мөмкинлектәре, экскурсиялар тураһында бушлай консультациялар уҙғара. Бында ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Ял һәм балалар уйын зоналары ойошторолған.

Үҙәктә башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға, башҡорт балын тәмләп ҡарарға, сувенирҙар һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ бында открыткалар ҙа бар. Уларҙы ошонда уҡ тултырып, почта йәшнигенә һалып, донъяның төрлө ҡитғаһына Башҡортостандан сәләм еткерергә була.

Баш ҡалала киләсәктә ошондай тағы ла 10 туристик-мәғлүмәт үҙәге ойоштороу ҡаралған, уларҙың бер өлөшө күсмә шарттарҙа эшләйәсәк. Күләмле төҙөлөш эштәренә туризм буйынса федераль агентлыҡтан аҡса бүленә. Был турала Радий Хәбировтың туризм индустрияһы вәкилдәре менән осрашыуында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев билдәләп үтте.

Республика туриндустрияһы өсөн туристарҙы йәлеп итеүҙә мөмкинлектәр ваҡыты етте. Эске туризм үҫешә. Шул уҡ ваҡытта конкурентлыҡ шарттарында дөрөҫ йүнәлештә эшләй белеү ҙә мөһим. Тармаҡ вәкилдәре төбәк башлығы менән осрашыуҙа «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Радий Хәбиров үҙ сиратында киләһе йыл квотаның ике тапҡырға артыуын билдәләне.

Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа ваҡиға туризмын үҫтереү яҡлы. Уңышлы миҫалдар ҙа бар.

Туристик-мәғлүмәт үҙәк янында ҡул эштәре оҫталары ла эшләне. Улар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтары ойошторолғайны. Дилара Әсәинова билдәләүенсә, милли тематика төбәккә килгән ҡунаҡтар өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы.

Туризм буйынса федераль агентлыҡ линияһы буйынса киләһе йыл Башҡортостан 336 миллион һум аҡса аласаҡ. Грант аҡсаһы инфраструктураны нығытыуға – кемпинг, глэмпингтар төҙөлөшө, туристик биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

 Шулай уҡ һыу ятҡылыҡтарында пляж зоналарын үҫтереү, туристик ҡорамалдар һатып алыу, яңы экскурсия маршруттары ойоштороу, электрон белешмәләр булдырыуға ла өҫтәмә финанстар бүленә. Әйткәндәй, былтыр республикала өс миллион ярым кеше ял иткән, уларҙың дөйөм сығымдары 13 млрд һум тәшкил иткән.

Фото №1 - «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһын финанслау күләме ике тапҡырға артасаҡ

Гөлназ Хәйбуллина,

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ