Рәми Ғарипов исемендәге беренсе гимназия 7-се һәм 8-се кластарға 132 уҡыусы ҡабул итте

 Башҡортостан район-ҡалаларынан, күрше төбәктәрҙән килгән балаларға билдәле белем усағында киң мөмкинлектәр асыла.

Быйыл мәҫәлән, химия-биология кластары симуляция үҙәге заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Ул уҡыусыларға Юғары уҡыу йорттарына әҙерлекле барырға ярҙам итәсәк.

Быйыл Шайморатовсылар класы тағы ла өсәүгә артҡан. Әйткәндәй, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика Башҡорт гимназияһы – легендар генерал-майор исемен йөрөткән тәүге класс булдырыусыларҙың береһе. Бөгөн Башҡортостанда ошондай 78 синыф иҫәпләнә.

Фото №1 - Рәми Ғарипов исемендәге беренсе гимназия 7-се һәм 8-се кластарға 132 уҡыусы ҡабул итте

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ