Йәш ғалимдарға, аспиранттарға яңы мөмкинлектәр

Башҡорт дәүләт университетында заманса компьютерҙар һәм мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырылған компьютер класы асылды.

Был аудитория Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәген булдырыу сиктәрендә ойошторолдо. Унда йәш ғалимдарҙың, аспиранттарҙың һөнәри компетенцияһын үҫтереү, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, донъя күләмендә билдәлелек яулаған ғалимдар менән бәйләнеш булдырыу  күҙаллана.

БДУ-ның физика-техник институтында урынлашҡан яңы аудиторияны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов һәм грант алған өс тиҫтәгә яҡын йәш ғалим ҡатнашты.

Юғары уҡыу йорто етәкселеге алдында торған төп бурыс фәнде популярлаштырыу һәм ғилми-тикшеренеү программаларын үҫтереү. Университет эсендә хеҙмәттәшлек итеүҙән тыш, йәш студенттарға һәм аспиранттарға донъя кимәленә сығыу өсөн киң юлдар асыла.

Юғары уҡыу йортонда Ер шарының төрлө нөктәләренән танылған ғалимдар лекциялар уҡып, семинарҙар үткәрәсәк. Был хеҙмәттәшлекте дистанцион форматта уҙғарыу мөмкинлеге лә булдырылған.

Фото №1 - Йәш ғалимдарға, аспиранттарға яңы мөмкинлектәр

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ