18 сентябрҙән Өфөнән Чечен Республикаһы баш ҡалаһына тура рейс асыла

Һәр йәкшәмбе Өфөнән Грозныйға «Ютейр» авиакомпанияһы самолеттары осасаҡ. Маршрутта 70 пассажир һыйҙырышлы АТR-72 тибындағы һауа суднолары файҙаланыла.

Өфө аэропорты мәғлүмәттәренә ярашлы, Грозный ҡалаһы Төньяҡ Кавказдың туристик үҙәктәренең береһенә әйләнеп бара. Республика ҡунаҡтары бында Рәсәйҙең иң ҙур мәсетен, Әхмәт Ҡадиров исемендәге Мемориаль дан комплексын, Милли музей һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы ҡарай ала.

Фото №1 - 18 сентябрҙән Өфөнән Чечен Республикаһы баш ҡалаһына тура рейс асыла

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ