Башҡортостанда "Экстремизм һәм терроризмға ҡаршы көрәш" темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Беренсе вице-премьер Азат Бадранов белдереүенсә, бындай көрәш беҙҙең күп милләтле төбәктәр өсөн үтә мөһим. Көнбайыш илдәренә ҡаршы тороу шарттарында был тағы ла көнүҙәк. - Беҙ Миңлеғәле Шайморатов һәм башҡа геройҙар тураһында иҫтәлекте һаҡлайбыҙ, Шайморатов кластары булдырыла, илһөйәрлек тәрбиәләү йүнәлешендә эш алып барабыҙ. Эске сәйәсәттә беҙ һайлаған стратегия һөҙөмтә бирә, - тине Азат Бадранов.







