3 сентябрь Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө. Был дата Беслан фажиғәһе иҫтәлегенә бәйле булдырылды. 2004 йылда Төньяҡ Осетияла террорсылар ҡулынан 333 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы бала. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина белдереүенсә, экстремизм, терроризм кеүек кире күренештәрҙе бергәләп кенә еңергә мөмкин.







