Башҡортостан газ-мотор яғыулығы баҙарының үҫеш кимәле буйынса илдә өсөнсө урынға күтәрелде

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Бер йыл эсендә республикабыҙ 7 позицияға күтәрелгән – был илдең барлыҡ төбәктәре араһында иң йылдам үҫеш.

«Газпром» ойошмаһы әҙерләгән рейтингта мотор яғыулығы рәүешендә тәбиғи газ – метанды – файҙаланыу күләмдәре, газ менән заправкалау станциялары үҫешкәнлеге, тармаҡты ҡеүәтләндереү буйынса дәүләт саралары һәм башҡа күрһәткестәр баһаланған.

Төбәк башлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала 41 газ заправкаһы иҫәпләнә. 2022 йыл аҙағына тиклем уларҙы тағы ла унауға арттырыу планлаштырыла. Бынан тыш, «Башавтотранс» ойошмаһы паркы газда хәрәкәт итеүсе йәмәғәт транспорты менән тулылана. Тәбиғи газды яғыулыҡ рәүешендә файҙаланыу бик отошло, иң мөһиме: һауаны бысратыуҙы кәметергә булышлыҡ итә, тип яҙған төбәк башлығы.

Фото №1 - Башҡортостан газ-мотор яғыулығы баҙарының үҫеш кимәле буйынса илдә өсөнсө урынға күтәрелде

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ