Өфөнөң Еңеү паркында Алыҫ Көнсығышта Еңеү иҫтәлегенә акция үтте. Башҡортостандың диңгеҙ пехотаһы «Витяз-Юниор» республика-патриотик кадет үҙәге тәрбиәләнеүселәре Еңеү таҫмалары таратты һәм һәйкәлдәр янында почетлы ҡарауылда торҙо.
Акция 1945 йылда фашизмды еңеүгә һәм әле Украинала нацизмға ҡаршы көрәшеүсе һалдаттарға теләктәшлек йөҙөнән ойошторола.1945 йылдың 8 авгусында Советтар Союзы менән Япония араһында һуғыш башланған. Ул 22 көн эсендә Совет армияһы еңеүе менән тамамланған. Таҫма «Японияла еңеү өсөн» миҙалы төҫтәре менән тап килә.
Рәмилә Исмәғилева







