Икенсе донъя һуғышы ваҡиғаларына арналған акция Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу маҡсатында уҙғарыла.
Рәсәй һәм сит ил граждандары ҡатнаша алған яҙма эште быйыл республиканың 5 юғары уҡыу йортонда, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, мәктәптәрҙә һәм музейҙарҙа яҙҙылар.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияла ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. 2019 йылда диктантты 100 мең самаһы кеше яҙһа, 2021 йылда сарала миллион ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан.
Флорида Ким




