Константин Толкачев Луганск халыҡ республикаһы министрҙар советы рәйесе Сергей Козлов менән осрашты

Башҡортостан – Донбасс республикаларына даими ярҙам күрһәткән Рәсәй төбәктәренең береһе.

Республика көсө менән Красный Луч районы Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп капиталь төҙөкләндерелде, утлы төбәктә юлдар, коммуналь инфрастурктура яңыртыла. Украина фашистары утҡа тотҡан объекттар төҙөкләндерелә.

Табиптарҙың хеҙмәт вахтаһы дауам итә. Был эштәр барыһы ла Башҡортостандан оҙатылған гуманитар ылау ярҙамында башҡарыла. Әммә колонналар Рәсәй һәм Луганск халыҡ республикаһы сигендә тотҡарлана. Оҙайлы сират эшкә ҡамасаулай. Осрашыу барышында Константин Толкачев гуманитар ылауҙарҙы үткәреү ваҡытын ҡыҫҡартыу мәсьәләһен күтәрҙе.

Фото №1 - Константин Толкачев Луганск халыҡ республикаһы министрҙар советы рәйесе Сергей Козлов менән осрашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ