Стәрлетамаҡта тиҫтә йылға һуҙылған бәхәсле мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Ҡасандыр торлаҡ төҙөлөшөнә өлөшләтә аҡса индереп, мутлашыусы ҡулынан зыян күреүселәргә фатир асҡыстары тапшырылды.

Был Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мөмкин булды. Әлеге ваҡытҡа 15 ғаилә өй туйлаған, ҡалған 49 кешегә асҡыстар киләһе аҙнала тапшырыласаҡ. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Был бәхетле минуттарҙы Әлфиә Имаҡова ун йылға яҡын көтөп алған. Мутлашыусынан алданыу, ғәҙеллек эҙләп пикеттарға сығыу, юғары процентлы кредит түләү - былар барыһы ла, ҡурҡыныс төш һымаҡ, артта ҡалған. Көтөп алған өс бүлмәле фатир асҡыстары, ниһайәт, ҡулда. Ханым ғаиләһе менән бергә фатирға ошо көндәрҙә үк күсенмәксе.

Әле ул фатирҙы кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырыу тураһында уйлай. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу өсөн аҡса тапшырғанда, бәләкәй улым мәктәптә уҡый ине, ти ҡатын. Ә сумма ла бит бәләкәй түгел, 2 миллион 740 мең һумдан ашыу. Сығымдарҙы ҡаплау өсөн ғаилә йәшәгән фатирҙарын һата. Намыҫһыҙ төҙөүселәр арҡаһында йортһоҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалалар.

Ә Әлфиә Хәкимуллинаға тантанала бер түгел, ике фатир асҡысы тапшырылды. Өлөшләтә төҙөлөшкә ул улы менән бергә инә. Тик ханым фатирына күсенергә ашыҡмай. Бәхәсле мәсьәлә хәл ителгәнсе, ул ғаиләһе менән ауылға күсеп китеп, хужалыҡ үрсетеп йәшәргә мәжбүр булған.

Ике ҡатын да – «Башстрой» төҙөлөш компанияһының мутлашыу тоҙағы ҡорбаны. Иҫәп буйынса, улар – йәмғеһе 168 кеше. Мутлашыусы Радик Ҡайғолов етәкләгән төҙөлөш ойошмаһы берәүҙәрҙең йортон төҙөп бөтмәгән, икенселәренең фатирын бер нисә кешегә һатҡан булған. Ниһайәт, киҫкен мәсьәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса хәл ителде.

10 йылға һуҙылған бәхәсле мәсьәләгә нөктә ҡуйылды. Стәрлетамаҡта тәүге 15 ғаиләгә көтөп алған фатир асҡыстары тапшырылды. Алданыусы ҡалған өлөшсөләр икенсе аҙнаға өй туйлаясак. Йәмғеһе республикала 80 проблемалы объект иҫәпләнә. 2023 йылға 3600 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеү планлаштырыла.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта тиҫтә йылға һуҙылған бәхәсле мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ