«Сэндвич»тар сығарыусы ойошма ун йыл дауамында эшләп килә. Даими заказсылар Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, шулай уҡ сит төбәктәрҙән. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Бер сип- панелде етештереүгә ун минут самаһы ваҡыт китә. Артабан 20 минут ул деталдәре йәбешһен өсөн баҫым аҫтында тора. Ойошма көнөнә ошондай 100 материал эшләп сығара, ҡыш мәлендә әҙерәк.
Етештереүселәр әйтеүенсә, пенополистирол Өфө заводынан, фанера үҙебеҙҙең илдә сығарылған, еҫ таратмай торған елем ҡулланыла. Былтыр предприятие экохәүефһеҙлек хаҡында сертификат алған. Быйылдан «Башҡортостан тауары» билдәһе аҫтында эшләйҙәр. Был сифат өлгөһө тауарҙы тикшергәндән һуң бирелә.
Ҡырмыҫҡалыла сип- панелдәрҙән һалынған йорттарҙан урам барлыҡҡа килә Ике ҡатлы йорттоң хаҡы яҡынса 3 миллион һумға төшә.
Рәмилә Исмәғилева




