«Мәктәпкә капиталь ремонт һәм мәктәп эргәһен төҙөкләндереү» проекты буйынса 53 миллион һум аҡса тотонолған.
Ике ҡатлы кирбес бина Ришат Абдуллин йүнселлеге менән 1995 йыл төҙөлгән һәм шунан алып бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән. Мәғариф учреждениеһы уның директоры Данил Ҡотлобаевтың тырышлығы менән төҙөкләндерелгән.
Заман талаптарына ярашлы капиталь ремонт үткән белем усағы ауылға күркәм төҫ биреп, балҡып ултыра. Яҡты, матур кластар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, уҡыусылар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Бында бөтәһе 120 бала уҡый, быйыл беренсе синыфҡа 7 уҡыусы килгән. Мәктәп эргәһендә «Газ – 63» машинаһына һәйкәл ҡуйылған. 5 октябрь – Уҡытыусылар көнөндә китап һынландырылған стеланы асыу тантанаһы көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева




