Быйыл «Еңеү диктанты» икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡиғаларына арналды

Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу маҡсатында республикала 4-се йыл рәттән үткәрелгән акцияла 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Ил тарихына иғтибар йүнәлтеү өсөн үткәрелгән «Еңеү диктанты» Башҡортостанда 4-се тапҡыр ойошторолдо. Патриотик акция ошо йылдар эсендә матур йолаға әүерелде. Сара төрлө һөнәр эйәләрен һәм төрлө йәштәгеләрҙе берләштерә, сөнки тарихи үткәнебеҙ уртаҡ.

Башҡорт дәүләт университеты майҙаны патриотик диктанттың даими майҙансығы. Ил тарихына битараф булмаған 200-ҙән ашыу студент уҡыу йортонда быйыл да тәүгеләрҙән булып акцияға ҡушылды. Улар данлыҡлы тарихи шәхестәрҙең биографияһы, герой ҡалалар, ваҡиғалар датаһы менән бәйле 25 һорауға яуап яҙып үҙ көсөн һынап ҡараны. “Еңеү диктанты”нда иң күп балл йыйыусыларға юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирелә/

«Берҙәм Рәсәй» партияһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм ”Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте тарафынан ойошторолған патриотик акцияла төбәктә 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. “Еңеү диктанты”н рәсми сайтта йәки смартфон ҡушымтаһы аша онлайн яҙырға ла мөмкин булды.

Рәсәй һәм сит ил граждандары ҡатнаша алған яҙма эште быйыл республиканың 5 юғары уҡыу йортонда, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, мәктәптәрҙә һәм музейҙарҙа яҙҙылар. Башҡортостандың райондарында йәшәүселәр ҙә патриотик саранан ситтә ҡалманы. Акцияла еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, 2023 йылда Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.

Фото №1 - Быйыл «Еңеү диктанты» икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡиғаларына арналды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ