Тыуған иле өсөн һәләк булғандар...

.Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың туғандарына дәүләт наградалары тапшырылды Сара Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе ҡатнашлығында үтте. Константин Толкачев республиканан үҙ ирке менән Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың намыҫлы хеҙмәтен билдәләне. Һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Луганск халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Яңауыл районы егете Игорь Нәсибуллиндың туғандарына «Алтын йондоҙ» миҙалын тапшырҙы.

Яҡташыбыҙҙы батырҙарса вафатынан һуң Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләү тураһындағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе ҡул ҡуйған. Шулай уҡ сара сиктәрендә Башҡортостандан биш хәрбиҙең яҡындарына «Батырлыҡ» ордены тапшырылды. Исемлектә Учалы районынан старшина Тимур Хәйруллин да бар.

Фото №1 - Тыуған иле өсөн һәләк булғандар...

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ