Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2021 йылдың 1 мартынан «Атайсал» проекты старт алды. «Атайсал» ауыл-ҡасабалар халҡы йәшәйешен үҫтереүгә, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.
Ерҙәшлекте яҡлаусы проектҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та ҡушылды. Азат Бадранов ярҙамы менән Архангел районы Оҙондар ауылында, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына яңыртылған һәйкәл асылды. Тантананан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Оҙондар ауылының Мәктәп урамында ҙур тантана. «Атайсал» проекты сиктәрендә яңыртылғандан һуң Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асыла. Һәйкәлдең тарихы үҙенсәлекле. Уны бынан 50 йыл элек ауыл советы рәйесе Зәйнетдин Ильяс улы Бәҙретдинов төҙөткән. Ейәне Азат Бадранов ауыл халҡының ижтимағи тормошонда мөһим урын алып торған иҫтәлекле урындағы һәйкәлде яңыртыуға аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙыуҙы һәм һәйкәлде тергеҙеү бурысын үҙ иңенә алған.
Ярты быуат дауамында бөтә патритотик саралар, Еңеү көнө уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын иҫкә алыу митингтары ошо майҙанда башҡарылған. Әммә мәктәп бинаһы ауыл үҙәгенә күскәндән һуң, һәйкәл таушалып, тирә-яғы ҡарауһыҙ хәлгә килгән. Һәйкәлде тергеҙеүгә дәррәү ҡушылған, тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмәләр үткәргән, нигеҙ ҡороуҙа, кәртә тотоуҙа әүҙем ҡатнашҡан ауыл кешеләренә Башҡоротостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Бөйөк Ватан һуғышына Оҙондар ауыл советы биләмәһенән 250 ир-уҙаман яуға киткән, уларҙың 118 фронт яланында башын һалған. Яңы белем усағы бинаһы алдында Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙары исемдәре мәңгеләштерелгән стела бар. Әммә мәктәп урамындағыһы тарихи хәтерҙе яңыртыу, быуындар күсәгилешлеген дауам итеүе менән ҡәҙерле.
Инйәр йылғаһын буйын төйәк итеүсе, ата-бабалары рухына тоғро Оҙондар ауылы халҡы алдында Өфөнән «Арғымак» этно-рок төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов һәм «Курайсы» төркөмә етәксеһе Роберт Юлдашев сығыш яһаны. Халыҡсан һәм дәртле көй-моңдар менән оҙатылған сығыштарҙы халыҡ көслө алҡыштарға күмде.
Артабан хәтер һәм ҡәҙер саралары Оҙондар ауылы мәсетендә үтте. Ауылдың абуруйлы аҡһаҡалдары һәм ағинйәҙәре Зәйнетдин Бәҙретдинов рухына салынған Ҡорбан ашы мәжлесендә ҡатнашты, Ҡөрьән-Кәримде тыңлап, әрүахтар рухына, ил-йорт именлегенә изге теләктәр теләп доға ҡылды.
Гүзәл Борханова







