Архангел районында йәшәүсе 24 йәшлек егет үҙ ҡулдары менән уникаль йорт йыһаздары эшләй

Журнал өҫтәлдәре, ултырғыстар, үҙ дизайны буйынса үҙенсәлекле бәүелсәк кресло. Нәзәкәтле мебель төбәк башлығы иғтибарын да йәлеп иткән. Йәш оҫта тураһында ул социаль селтәрҙәрендә хәбәр иткән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

24 йәшлек Павел Михайлов ағастан мебель эшләү менән бер йыллап ҡына шөғөлләнә. Эш үҙе өйрәтә, тигәндәй, егет кәсепте үҙ аллы үҙләштергән. Бөгөн ул ҡасандыр атаһының хыялын тормошҡа ашырған. Әлегә ҙур булмаған оҫтаханаһында эксклюзив тауарҙар етештерә.

Павел тәүге заказын да яҡшы хәтерләй. Ул саҡта ҡул шымарып өлгәрмәгәйне, ти ул. Тәүге йәшниктәрен ул интернет селтәрҙәрендә һата башлай.

Ә бөгөн оҫтаны районда белмәгән кеше юҡ. Павел башлыса өҫтәл һәм ултырғыстар эшләй. Һатып алыусыларҙы мебелдәрҙең нәзәкәтле итеп биҙәлеүе, төрлө интерьерҙы йәмләрлек күркәмлеге генә түгел, сифаты ла йәлеп итә.

Мебель эшләү өсөн, ағастың билдәле дымлылыҡ күрһәткестәре булыуы мотлаҡ. Тәү ҡарашҡа таҡта еңел һәм ҡороған булып күренә. Оҫта уны махсус йыһаз - логомер менән үлсәй. Сей ағасты егет өйөндәге мейестә ҡорота. Тик был шарттар етештереү күләмен киңәйтергә мөмкинлек бирмәй.

Һатып алыусы ҡулына килеп эләгер алдынан, буласаҡ йорт йыһазы бер нисә эшкәртеү этабы үтә. Ҡоротолған ағасты оҫта кәрәкле формалар буйынса ҡырҡып, шымарта. Лак урынына башлыса май ҡуллана.

Өҫтәл шымартылғас, оҫта уны майлауға тотона. Эш бер нисә этапта башҡарыла. Тәүге ҡат майлағандан һуң, ул өҫтәлгә һеңергә тейеш. Бының өсөн яҡынса 12 сәғәт талап ителә. Май өҫтәлде дымлылыҡтан һәм ҡояш нурҙарынан һаҡлай, ярылыуҙан иҫкәртә.

Тәүге станоктарҙы оҫта үҙ аҡсаһына һатып алған. Оҫтахананы ла атаһы менән бергә төҙөгәндәр. Яңы техника алыу етештереү күләмдәрен арттырып, ассортиментт киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Ә сеймал рәүешендә имән, ҡайындан башҡа, башлыса ҡарама файҙалана.

Әйткәндәй, быға тиклем Павел янғын хәүефһеҙлеге инспекторы булып эшләгән. Тик ижадҡа ынтылыш уны етди һөнәрҙән баш тартырға мәжбүр иткән. Ә егет үкенмәй, сөнки хәҙер ул яратҡан эше менән шөғөлләнә.

Фото №1 - Архангел районында йәшәүсе 24 йәшлек егет үҙ ҡулдары менән уникаль йорт йыһаздары эшләй

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ